Күренә, тимәк хәүефһеҙ

12 Ноября 2019
Күренә, тимәк хәүефһеҙ

Ҡояш байығандан һуң, юлда айырыуса һаҡ булығыҙ, тип киҫәтә белгестәр. Ҡараңғыла йөрөгәндә кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булырға тейеш. Был бигерәк тә балаларға ҡағыла. Ҡайһы бер мәктәп уҡыусыларына яҡтылыҡты ҡайтарған элементтар башланғыс кластарҙа таратыла. Башҡортостан юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге баш белгесе Салауат Хилалов.

Ҡараңғы ваҡытта төҫлө кейем кейергә кәңәш ителә. Сәғәтенә 60 километр тиҙлектә хәрәкәт иткән водитель аҡ кейемле кешене 55, ә ҡара кейемле йәйәүлене 18 метрҙан күрә. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы кейем элементтар 130-150 метрҙан күҙгә салына.

Сығанаҡ: https://bash.news/news/109690_kren_timk_xefe?lang=bash