Ҡышҡы осорҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы таҫмалар кейемдең айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш

13 Ноября 2019
Ҡышҡы осорҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы таҫмалар кейемдең айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш

Иң мөһиме именлек. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ҡышҡы һәм көҙгө осорҙа яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы таҫмалар ололар һәм балалар кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш, тигән фекерҙә.

Беренсе синыфта ғына уҡыһалар ҙа был кескәйҙәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен яҡшы үҙләштергән. Балалар «Йәйәүлеләр байрамында» төрлө конкурс һәм уйындарҙа ихлас ҡатнаша.

Азамат Ямғырсин, Өфөнөң 42-се лицейы директоры: “Балаларҙың юлда һәм транспортта йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү маҡсатында төрлө саралар уҙғарабыҙ. Улар тәү сиратта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатыуға йүнәлтелгән”.

Изге теләк һәм эшлекле кәңәштәр. Ҡунаҡтар балаларға файҙалы бүләктәр ҙә таратты.

Ҡулдағы беләҙектәр генә түгел, кейемдәге яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы һәр элемент тәүлектең ҡараңғы мәлендә водителгә йәйәүлене күрергә, тимәк юл-транспорт ваҡиғаһын иҫкәртергә мөмкинлек бирә.

Бигерәк тә ата-әсәләргә хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен инҡар итергә ярамай. Статистиканан күренеүенсә машина тәгәрмәсе аҫтына йышыраҡ балалар эләгә. Бәхетһеҙ осраҡты булдырмау өсөн куртка йәки портфелгә таҫма йәбештереү йәки фликер беркетеү ҙә етә. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыу элементтары йәйәүленең ғүмерен һаҡлай.

Сығанаҡhttps://bash.news/news/109630_yshy_osora_yatylyty_kire_ajtaryusy_tamalar_kejemde_ajyrylyy_lsh_bulyra_tejesh?lang=bash