Өфөнөң М-5 трассаһында юл хеҙмәткәрҙәре асфальт ҡатламындағы соҡорҙарҙы ямай башланы

28.03.2019
Өфөнөң М-5 трассаһында юл хеҙмәткәрҙәре асфальт ҡатламындағы соҡорҙарҙы ямай башланы

Белгестәр ҙур булмаған етешһеҙлектәргә лә иғтибар итә, сөнки ябай соҡор аварияға килтереүе ихтимал. Юл хеҙмәткәрҙәре ең һыҙғанып яҙғы ремонт эштәрен башлап ебәрҙе. Күпселек машиналарға хәүефһеҙ хәрәкәт итергә ҡамасаулаған соҡорҙо ҡаплап ҡуйыр өсөн 30-40 минут ваҡыт талап ителә.

Техник күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәре трассалағы ярыҡтарҙы табырға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай сиратлап дежур итеүҙе лә ойоштора.

Трассала төҙөкләндереүҙе талап иткән соҡорҙар бихисап. Әлбиттә, юл участкаһы үҙенән үҙе боҙолмай. Асфальт ҡатламы торошона һауа шарттары, йөк машиналар хәрәкәте йоғонто яһай.

Был участкала ремонт эштәрен башҡарыр өсөн трактор ярҙамы кәрәк түгел. Сөнки шаҡмаҡ соҡорҙарҙың киңлеге, оҙонлоғо һәм тәрәнлеге төҙөкләндереүҙе ҡулдан үтәргә мөмкинселек бирә. М 5 трассаһында ремонт эштәренең ҡыҙған мәле булһа, Өфө-Аэропорт йүнәлешендә юл хеҙмәткәрҙәре йөк машиналары ауырлығын үлсәй. Төбәк кимәлендә ҙур транспорт хужаларын мөһим яңылыҡ көтә - 1-cе апрелдән 30-cы апрелә тиклем йөк ташыу буйынса сикләүҙәр ҡаралған.

Өфө фуралары өсөн был сикләү 26-сы марттан уҡ индерелде. Юл ҡағиҙәләрен үтәргә теләмәгән водителдәрҙе һәм транспорт теркәлгән юридик ойошмаларҙы административ яза көтә. Закон буйынса штраф күләме 500 мең һумға тиклем барып етеүе ихтимал.

Денис Ғилемханов, автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығының көнбайыш-урал бүлеге етәксеһе: “Яуаплылыҡҡа шәхси эшҡыуарҙар ҙа. Ауыр йөктәрҙе ебәреүсе ойошмалар ҙа тарттырыласаҡ. Штрафтар бәләкәй түгел, 500 мең һумға тиклем барып етәсәк”.

Юлдарҙағы сикләүҙәр бөтә йөк машиналарына ла ҡағылмай. Үҙгәрештәр төҙөлөш материалдары ташыған транспорт сараларына йүнәлтелгән. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, ауыл хужалығы продукцияһы һәм тормош өсөн башҡа мөһим тауарҙар йөрөткән автомобилдәргә юлдар асыҡ буласаҡ.

Источник: https://bash.news/news/92958_fn_m5_trassaynda_yul_xemtkrre_asfalt_atlamynday_soorary_yamaj_bashlany?lang=bash