Күләмле рейд барышы

07.12.2018
Күләмле рейд барышы

Өфөлә юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы, суд приставтары һәм үлсәү контроле хеҙмәткәрҙәре берлектәге рейдҡа сыҡты. Эш барышында Шаҡша биҫтәһенән үткән трассала йөк ташыу машиналары ла, еңел автомобилдәр ҙә тикшерелде. Иғтибар үҙәгендә юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар ғына түгел. Һалымдарҙан һәм алимент түләүҙән баш тартҡан граждандар ҙа суд приставтары менән юлда осрашты.

Баш ҡала юлдарында күләмле тикшереүҙәр дауам итә. Полиция хеҙмәткәре М-5 трассаһынан үткән һәр машинаны туҡтатып водителдәрҙең документын ҡарай. Артабан үлсәү контроле хеҙмәткәрҙәре йөк машиналарының йөк ауырлығын тикшерә. Ҡағиҙәләрҙе боҙмаған водителдәр туҡталышта оҙаҡ тормай , көтөлмәгән һынауҙы тиҙ үтеп үҙ юлын дауам итә.

Салауат Хилалов, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәте баш белгесе: “1300-ҙән ашыу зыян килтергән йөк ташыусыға административ эш ҡуҙғатылған. Уларҙың суммаһы 220 миллиондан ашып китә”.

Белгестәр әйтеүенсә, даими ҡабатланған рейдтар - хоҡуҡ боҙоусыларҙы тоторға ярҙам иткән иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙан тыш дәүләткә һалымдар, балаларға алимент түләүҙән баш тартыусылар ҙа юлдарҙағы тикшереү ваҡытында асыҡлана.

Рихард Ҡадиров, Өфөнөң Калинин районы буйынса суд приставы: “Рейд барышында күп кенә транспорт сараһы туҡтатылды. Улар араһында хоҡуҡ боҙоп, бурыстары йыйылған граждандар ҙа күп. Беҙ уларға иҫкәртеү ҡағыҙҙары яҙып бирҙек. Ҡайһы бер машиналарҙың бөтөнләй юлын өҙөргә тура килә. Транспорт хужаһы менән килешеү төҙөп тә штраф түләнмәһә, автомобиль махсус туҡталҡаға ебәрелә”.

Туҡтатылған водителдәр араһында мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә теләүселәр ҙә бар. Йыйылған бурыстарҙан ҡотолор өсөн ҡатмарлы алымдар талап ителмәй - "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм "Суд приставтарының федераль хеҙмәте" порталы менән ҡулланырға була.

Һылтанма: https://bash.news/news/85716_klmle_rejd_baryshy?lang=bash