Шәкәр заводына сеймал ташыуҙа өҙөклөктәр

14.11.2018
Шәкәр заводына сеймал ташыуҙа өҙөклөктәр

Татлы тамыр тейәгән йөк автомобилдәре хәрәкәтен үлсәү контроле сикләй. Баҡтиһәң, йөктө саманан артыҡ тейәгән водителдәр үлсәүгә баҫмаҫ өсөн төрлө хәйләкәрлеккә барырға әҙер. Юҡһа, ҙур ғына күләмдә штраф түләргә мәжбүрҙәр. Шәкәр сөгөлдөрө ауыр тартамы, әллә штрафмы?

Шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу осоро үлсәү контроле хеҙмәте өсөн дә ҡыҙыу мәл. Яландарҙан сыҡҡан йөк техникаһын тикшереү өсөн күсермәле үлсәүҙәр барлыҡҡа килә. Саманан тыш артығын тейәп йөк ташыу был ваҡытта ғәҙәти күренеш. Йүнселдәр аҡса артынан ҡыуып хәүефһеҙлек һәм юлға һаҡсыл ҡарашты онотоп китә.

Салауат Хилалов, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәте баш белгесе: “Сөгөлдөрҙө күпселлек шәхси эшҡуарҙар ташый. Яғыулыҡ сарыф итеп ике тапҡыр йөрөгәнсе, барыһын да бер йөккә тейәйҙәр. Килем тураһында ғына уйлайҙар. Беренсенән юл боҙола, икенсенән авариялы хәлдәр тыуа”.

Ләкин йыш ҡына был хәйлә барып сыҡмай. Артығын тейәгәнһең икән штраф туҡталҡаһына рәхим ит. Йөктө кәметергә тура киләсәк. Тикшереүҙе үтеү өсөн водителдәр башҡа һыймаҫлыҡ ҡылыҡтарға ла бара. Был водитель үлсәү контроле пункты алдында уҡ кузовындағы шәкәр сөгөлдөрөн ауҙарырға маташҡан. Шулай ҙа язанан ҡаса алмай. Юлды бысратыу осрағы буйынса инспекторҙар административ протокол төҙөгән.

Артыҡ йөк йөҙәр мең һумдар менән иҫәпләнгәндә водителдәр аҙналап көтөргә лә әҙер. Сөнки юридик шәхестәргә штраф күләме өс йөҙ мең һумдан башлана.

Башҡалар аҡса эшләгәндә юл ситендә ҡалмаҫ өсөн ни бары ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә. Транспорт сараһының бер мосына уртаса туғыҙ тонна тура килергә тейеш. Бынан тыш, йөк ташыусы техника кузовы ҡапланған булыуы ла шарт. Ә батҡаҡлы ерҙән сыҡҡанда тәгәрмәстәрҙе таҙартыу ҙа мотлаҡ. Ләкин был талаптар башҡа рейд барышында асыҡлана.

Һылтанма: https://bash.news/news/84196_shkr_zavodyna_sejmal_tashyua_klktr?lang=bash