Ерҙән дә, һауанан да күҙәтелә

21 Ноября 2018
Ерҙән дә, һауанан да күҙәтелә

Республикала файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм ташыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса рейд бара. Үлсәү контроле хеҙмәтенең полиция, шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектәге күләмле тикшереүҙәре башлыса Урал аръяғы райондарында үтә.

Бөгөнгә республиканың 8 районында ике тиҫтәнән ашыу карьер тикшерелгән. Күсмә ауырлыҡ контроле хеҙмәткәрҙәре тарафынан ер аҫты байлыҡтарын ташыу менән шөғөлләнеүсе 114 транспорт сараһы туҡтатылған. Үлсәү һөҙөмтәләре буйынса 25 автомобилдең саманан тыш йөк тейәүе асыҡланған. Әлегә уларҙың күбеһе штраф туҡталҡаһына оҙатылған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, зыян күләме 180 мең һумдан ашыу күләмендә билдәләнгән.

Салауат Хилалов, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәте баш белгесе: “Туҡтатылған машиналарҙың күпселеге карьерҙан руда ташыу менән шөғөлләнә. Йәғни күпселеге шәхси эшҡыуар. Улар ҙур аҡса артынан ҡыуалар. Ҡәғиҙәне лә улар йыш боҙа”.

Ерҙең туңа барыуы ла файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм ташыусыларҙы туҡтатмай. Уларҙы оператив рәүештә асыҡлау өсөн һауанан да тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторолған. Был йәһәттән закон һағында тороусыларға пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамға килә.

Урал Дәүләтбирҙин, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәтенең Баймаҡ станционар пункты мөдире: “Урал аръяғы райондарында файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм артабан булдырмау эшен алып барабыҙ. Күсеп йөрөлмәле үлсәү посы эшләй. Ул бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған”.

Һылтанма: https://bash.news/news/84578_ern_d_auanan_da_ktel?lang=bash