Баҫыуҙан оло юлға

19 Сентября 2018
Баҫыуҙан оло юлға

Йөк автомобиле водителе үлсәү контроле пункты алдында кузовындағы шәкәр сөгөлдөрөн юлға ауҙарған. Был хәл бөгөн Шишмә районында теркәлде. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары ауырлығын тикшереү өсөн прицеплы КамАЗды туҡтата. Әммә яза алыуҙан ҡурҡҡан транспорт хужаһы арбаһындағы йөктө юлда бушатырға тотона. Тикшереү барышында сеймал Бүздәк районындағы хужалыҡтарҙың береһенән шәкәр заводына алып китеп барылғаны асыҡлана.

Юлды бысратыу осрағы буйынса инспекторҙар административ протокол төҙөгән, шулай уҡ йөк автомобиленең тормоз системаһында етешһеҙлектәр ҙә табылған.

Салауат Хилалов, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәте баш белгесе: “Йөктө үлсәргә йөрөгән ваҡытта, водитель монтировка менән кузовтағы сөгөлдөрҙөң бер өлөшөн ергә бушатты. Бының менән ул башҡа транспортҡа ҡамасаулыҡ килтерҙе. Һөҙөмтәлә, водителгә ҡарата ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре протокол төҙөнө. Автомобиль махсус туҡталышҡа йүнәлтелде”.

Үлсәүгә баҫмағанға күрә инспекторҙар автомобилдең күпме йөк тейәгәнен билдәләй алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, водителгә түгелгән сөгөлдөр менән ҡайтанан контроль үтергә кәрәк буласаҡ. Ауырлыҡ тейешле норманан юғары булған осраҡта штраф күләме бер нисә тапҡырға артыуы ихтимал. Туҙып ятҡан шәкәр сөгөлдөрөн иһә урындағы юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ваҡытлыса юл ситенә этеп ҡуйырға тура килде.

Һылтанма: https://bash.news/news/80760_bayuan_olo_yula?lang=bash