Башҡортостан юлдарында видеокүҙәтеү ҡоролмаларын 663 еткереү күҙаллана

29 Ноября 2018
Башҡортостан юлдарында видеокүҙәтеү ҡоролмаларын 663 еткереү күҙаллана

Республика юлдарында тәртип урынлаштырыу маҡсатында ҡулланылған саралар ҙа авариялар һанын күпкә кәметер, тип иҫәпләй белгестәр. Юғары тиҙлектә йөрөргә яратыусыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә.

18 февралдә Ауырғазы районында йәшәүсе водитель Өфө-Ырымбур трассаһында ҡуйылған Арена видеокүҙәтеү комплексын тибеп вата. Дәүләт мөлкәтен боҙоусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Суд ҡарары буйынса тик тормаҫ водитель 256 мең һум штраф түләргә һәм 220 сәғәт мәжбүри хеҙмәт үтәргә тейеш була.

Видеокамераларҙы күрә алмаусылар аҙ түгел, әммә юлдарҙағы ҡот осҡос хәлде тәртипкә килтерергә тап ошо камералар ғына ярҙам итә. Белгестәр әйтеүенсә, заманса ҡоролма яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Үлемесле авариялар һаны күпкә кәмегән.

Салауат Хилалов, Башҡортостандың үлсәү контроле хеҙмәте баш белгесе: “Арена-П” күсмә комплексының төп бурысы – авариялар күпләп теркәлгән хәүефле участкаларҙы кәметеү. Беҙҙең комплекстар эшләй башлағас, был юл участкаларында авариялар ҡырҡа кәмене”.

Йыл башынан ғына республикала юл фажиғәләрендә 500-ләп кешенең ғүмере өҙөлә.Айырыуса хәүефле тип билдәләнгән юл участкалары ла бар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы белгестәре Өфөлә һәм республикала юл-транспорт ваҡиғалары күпләп теркәлгән урындарҙың картаһын төҙөнө.

Видеокамераны алдап булмай - хәйләкәр водителдәр машинаның номерын йәшереү өсөн төрлө мутлашыу юлдары ла уйлап таба, әммә был ҡоролма бер нисә метрҙан уҡ автомобиль номерын фотоға төшөрә. Автоматлаштырылған режимда хәрәкәт тиҙлеге, машина номеры административ хоҡуҡ боҙоуҙар үҙәгенә ебәрелә. Бер нисә көн эсендә "бәхет хаттары" водителдәргә барып та етә.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы, инспекция алдында 2024 йылға тиклем һәр 100 мең кешегә юлда һәләк булыусылар һанын 4-кә тиклем кәметеү бурысы тора. Төбәктә әле был күрһәткес 12 ярымға тиң.

Бөгөн республика юлдарында 224 камера эшләй, әммә ҙур төбәк өсөн был һандар аҙ. Алдағы 7 йыл эсендә Башҡортостанда видеокүҙәтеү ҡоролмаларын 663 еткереү күҙаллана. Бының өсөн республика бюджетынан 3,3 млрд һум аҡса бүленгән. Талап ителгән ҡалған 2,2 млрд һумды килешеү буйынса эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә ала.

Һылтанма: https://bash.news/news/85178_bashortostan_yuldarynda_videokte_orolmalaryn_663_etkere_kallana?lang=bash